+11 °С
Облачно
События и факты
20 Октября 2021, 09:00

Туймазы районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, бер кеше һәләк булған

Ваҡиға тураһында Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иткәндәр.19 октябрҙән 20-һенә ҡарай төндә Туймазы районында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google

Туймазы-Серафимовка автомобиль юлында 54 йәшлек туймазылы идара иткән "Лада Гранта" автомобиле кюветҡа төшөп киткән. Водитель урында йән биргән. Авария мәлендә автомобилдә водителдең 52 йәшлек ҡатыны булған. Уны йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатҡандар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир идара итеү һәләтен юғалтҡан. Дәүләт автоинспекцияһында ваҡиға сәбәптәрен тикшерәләр. Башҡортостан юлдарында тәүлек эсендә бөтәһе ике меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас