-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туймазыла яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар

Туймазылағы Геройҙар аллеяһында 33 йәшлек сержант Дмитрий Марков менән бәхилләштеләр.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыны һуңғы юлға оҙатырға туғандары һәм яҡындары, хәрби хәрәкәт ветерандары, ҡала халҡы килде. Район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, ҡоролтай депутаты Рөстәм Ахунов һалдаттың әсәһе Наталья Григорьевнаға, үгәй атаһы Фәрит Лотфрахман улына, хәләл ефете Альбина Рафаил ҡыҙының ҡайғыһын уртаҡлашты. Улар туғандарына үлгәндән һуң Марков бүләкләнгән Батырлыҡ орденын тапшырҙы. Республика һәм район уларға тейешле ярҙам күрһәтәсәк, тип ышандырҙылар.

1990 йылда яугирҙың ғаиләһе Туймазыға Бохаранан күсеп килә. Дмитрий етенсе мәктәпте тамамлаған, спорт менән әүҙем шөғөлләнгән. Яугир Чечняға эләгә, унда бандформацияларҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Артабан контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡала. 2014 йылда ДНР етәкселеге яугирҙы Донбасҡа хеҙмәт итергә саҡыра. Һуңғы алышы Харьков өлкәһендә була.

- Дима бик ғәҙел һәм ыңғай кеше ине, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәне, - ти Туймазынан хәрби хеҙмәттәше. - Шул уҡ ваҡытта - иң ҡатмарлы хәрби бурыстарын да үтәй алған ысын яугир. Тынлыҡ минуттарында ул йыш ҡына үҙенең ҡыҙын иҫенә төшөрә. Беҙгә хәрби иптәшебеҙ етмәйәсәк.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: