+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туймазыла әсәнең 16 йәшлек сирле ҡыҙын үлтереүе тураһында фекер алышалар

Кисә Өфөлә Рудольф Нуриев урамындағы 24-се ҡатлы йорттоң тәҙрәһе янында бер ҡатындың кәүҙәһе табылған.

Ҡуртымға алынған фатирҙа полиция хеҙмәткәрҙәре уның 16 йәшлек ҡыҙының йәрәхәтләнгән кәүҙәһен табалар.

Һәләк булыусылар Туймазынан. Улар баш ҡалаға дауаланырға килгән - бәлиғ булмаған ҡыҙҙың баш мейеһе зарарланған.

Уларҙы белгән кешеләр аптырап ҡалған: «Ҡыҙ аҡыллы ине, ҡатын да тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Нимә булғанын бер кем дә аңламай».

Бәлиғ булмаған бала Туймазы ҡалаһы мәктәптәренең береһендә уҡыған. Яҡшы уҡыны, уҡыуҙа проблемалар булманы. Мәктәп етәкселеге рәсми аңлатма биреүҙән тыйыла. Әммә шәхси әңгәмәлә уны тырыш ҡыҙ тип атайҙар.

- Ҡыҙҙың әсәһе һәйбәт ине, ул мәктәпкә ярҙам һорап килгәне булманы. Ләкин ҡыҙыҡайҙың атаһы мәктәптә күренгәне юҡ ине. Ғаиләләге мөнәсәбәттәр хаҡында әйтә алмайбыҙ, - ти педагогтар.

Был эш менән Өфө ҡалаһының Октябрь районы буйынса тәфтиш бүлеге шөғөлләнә. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 105-се статьяһының 1-се өлөшөндә билдәләнгән енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше Тәфтиш идаралығы етәкселеге контролендә тора.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: