

Республика етәксеһе әйтеүенсә, мәктәп заманса талаптарға яуап бирә: ул яҡты, уңайлы һәм уҡыу өсөн кәрәкле бар шарттар менән йыһазландырылған.
Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостандың төрлө райондарында яңы белем биреү учреждениелары төҙөлөүен, ә эшләп килгән мәктәптәрҙең капиталь ремонт программаһы ярҙамында яңыртылыуын билдәләне.
Бынан тыш республика башлығы Владимир Путинды Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусын асыу тантанаһына саҡырҙы. Объектты йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.