

2 июлдә Сухумда төбәк Башлығы Радий Хәбиров яңыртылған Диоскурҙар яр буйы менән танышты. Объектты Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән Башҡортостан булышлығында реконструкциялағандар. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса 2025 йылдың сентябрендә ҡул ҡуйылған килешеү сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Ҡара диңгеҙ ярының был өлөшө – Сухумдың төп иҫтәлекле урындарының береһе. Ул халыҡтың һәм туристарҙың популяр ял итеү урыны булып тора. Объект беҙҙең эраға тиклем VI быуатта нигеҙләнгән боронғо грек колонияһы Диоскуриада хөрмәтенә аталған.
Сараға тиклем Рәсәй Президенты Хакимиәте Етәксеһенең Беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко һәм Абхазия Президенты Бадра Гунба менән бергә реконструкцияланған йәмәғәт киңлеге менән таныштылар. Бындай масштаблы яңыртыу эштәре 1950 йылдарҙан бирле башҡарылмаған булған. Проект йәйәү йөрөү зонаһын төҙөкләндереүҙе һәм инженер коммуникацияларын тулыһынса яңыртыуҙы күҙ уңында тота.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ яр буйы менән йәнәш урынлашҡан Сухум ҡәлғәһендә булды.
Диоскурҙар яр буйы Махаджирҙар яр буйы менән тоташа, унда 1948 йылда төҙөлгән билдәле Сухум колоннадаһы урынлашҡан. Объект 2024 йылдың октябрендә Өфөлә Башҡортостан һәм Абхазия халыҡтары дуҫлығы хөрмәтенә асылған колоннаданың прообразы булып тора.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың ярҙамға мохтаж биләмәләргә булышлыҡ итеүен билдәләне.
– Абхазия етәкселеге Диоскурҙар яр буйын реконструкциялауҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, беҙ ыңғай яуап бирҙек. Был еңел булмаған, күләмле эш, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ был маҡсатта тапҡан суммалар бюджеттан тыш характерҙа. Предприятиеларға мөрәжәғәт иттек, һәм улар ярҙам күрһәтә алды. Бөгөн беҙ ошо уртаҡ тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күрҙек.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.