

Үҙәктең эшен “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды хеҙмәткәрҙәре тәьмин итә. Республика Башлығы конференц-зал, психолог һәм юрист кабинеттарын, архив, релаксация бүлмәһен ҡараны. Үҙәктә “халыҡ музейы” лә эшләй. Экспонаттар араһында ҡорал макеттары, шеврондар, хәрби форма һәм һәләк булған яугирҙарҙың фотолары бар. Улар ирекмәндәр һәм хәрбиҙәрҙең туғандары тарышлығы менән йыйылған.
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың әсәләре менән аралашты. “Иң мөһиме үҙегеҙгә бикләнмәгеҙ- беҙҙең хәрбиҙәр өсөн һеҙҙең менән аралашыу мөһим. Һеҙ уларҙың проблемаларын башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ аңлайһығыҙ”,- тине республика етәксеһе.