

Эшлекле программа сауҙа-иҡтисади һәм гуманитар мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Сәфәрҙең төп ваҡиғаһы булараҡ Радий Хәбировтың Абхазия Президенты Бадра Гунба менән осрашыуы планлаштырыла.
Башҡортостан төрлө йүнәлештәр буйынса ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү менән ҡыҙыҡһына, тип билдәләне төбәк Башлығы.
– Беҙ Абхазия менән системалы эште дауам итәбеҙ. Рәсәй өсөн ул – стратегик союздаш, ә Башҡортостанға ышаныслы партнёр. Беҙ тәүге тапҡыр яңыртылған Сухум аэропортына килдек. Хәҙер уны Өфө менән тура рейстар бәйләй. Беҙҙең халыҡ улар менән әүҙем файҙалана ла инде, – тине Радий Хәбиров. – Үҙ-ара эштең төп йүнәлештәренең береһе – туризмды үҫтереү. Башҡортостан халҡының ял итеү өсөн мөмкинлектәре күберәк булыуы мөһим. Бынан тыш, беҙҙең продукцияны оҙатыу, шулай уҡ мәҙәни һәм гуманитар проекттар тураһында фекер алышасаҡбыҙ.