+15 °С
Облачно
Общество
8 Июня , 09:16

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Рәсәй гимнасткаһы һәм телевидение алып барыусыһы Ләйсән Үтәшева Башҡортостандың Әлшәй районында йәшәгән Зөбәржәт өләсәһендә ҡунаҡта. Өфөлә уҙған бизнес-фестивалдә сығыш яһағандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтҡан. 

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡанЛәйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан
Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

«Өфөләге форумдан һуң ҡайҙа юл тотҡанымды аңланығыҙмы? Әлбиттә, нәнәйемә. Минең капиталым», — тип яҙа Үтәшева.

Яҡташыбыҙ мул һыйлы аш өҫтәленә айырым видео бағышлаған.

— Ниндәй ризыҡтар яратҡанымды һеҙгә лә күрһәтәйем әле. Һурпа, йылҡы ите, түтәлдән өҙөп алынған һуған һәм яратҡан ҡымыҙым — ысын, Раевка ҡымыҙы. Был реклама түгел, әммә бына шул тәмле.

Ләйсән Үтәшева интервьюларының береһендә Раевкала йәшәгән олатаһы-өләсәһенә йыш ҡунаҡҡа ҡайтыуы хаҡында әйткәне бар (олатаһы 2025 йылда донъя ҡуйған). Яҡташыбыҙ уларҙың йортон көс алыу урыны тип атай.

Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан
Ләйсән Үтәшева өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас