

Лекторийҙың төп темаһы — яһалма интеллект (ИИ) һәм уның фәнни һәм мәғариф өлкәләрендәге роле. Сарала Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре Айгөл Хәбибрахманова һәм Морат Хәсәнов «GigaChat: яһалма интеллект нигеҙҙәре һәм уны фәнни һәм мәғариф маҡсаттарында нисек файҙаланырға» темаһына сығыш яһаны.
Сараның төп өлөшө яһалма интеллекттың заманса мөмкинлектәрен танытыуға арналды. Спикерҙар теоретик белем биреп ҡалманы, ә практикум да үткәрҙе — ҡатнашыусылар өсөн уңайлы формала яһалма интеллект системалары менән эшләүҙе өйрәнеү мөмкинлеге булдырылды.
Айгөл Хәбибрахманова, Һаҡлыҡ банкыһының Башҡортостан бүлексәһе проекттары етәксеһе:
«Яһалма интеллект - хәҙерге тормоштоң бер өлөшө. Нейроселтәр менән эшләү тәжрибәһе эшкә урынлашыуҙа конкурентлыҡ өҫтөнлөк бирә. Компаниялар хәҙер яһалма интеллектты уңышлы ҡуллана белгән белгестәрҙе эҙләй. Нейроселтәрҙәр менән эшләү оҫталығы балалар өсөн уҡыуҙа ла, көндәлек тормошта ла бик файҙалы булыр».
Рәсәйҙә Фән һәм технологияларҙың ун йыллығы сиктәрендә ошондай осрашыуҙар циклы дауам итә. Уның төп маҡсаты — йәштәр һәм фәнни берләшмәләр араһындағы араны ҡыҫҡартыу һәм «Фән эргәлә» федераль программаһы сиктәрендә заман ҡаҙаныштары асыҡлығын тәьмин итеү.
📸 Фото: Евразия фәнни‑белем биреү үҙәге