+16 °С
Ясно
Общество
20 Мая , 09:59

Радий Хәбиров Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса төп бурыстарҙы билдә

***

Радий Хәбиров Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса төп бурыстарҙы билдәРадий Хәбиров Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса төп бурыстарҙы билдә
Радий Хәбиров Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса төп бурыстарҙы билдә

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге Өфө вуз-ара кампусының Геном үҙәге майҙансығында үткән сараға 250-гә яҡын кеше – дәүләт власы органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, фән һәм мәғариф, ауыл хужалығы, мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, банк өлкәләрендә эшләүсе предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре – йыйылды.

Төбәк етәксеһе иҡтисадҡа, социаль өлкәгә һәм дәүләт идаралығына яһалма зиһен технологияларын системалы индереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Республиканың идара итеү командаһын ни өсөн хөрмәт итәм – көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ҡарамаҫтан, үҫешкә һәр саҡ ваҡыт табабыҙ. Ә лидерлыҡ стратегик фекерләүҙе һәм новаторлыҡ алымдарын күҙ уңында тота, – тине республика Башлығы. – Яһалма зиһен киләсәк технологияһы булыуҙан туҡтаны һәм төбәктәр өсөн конкурентлыҡ һәләтенең үтә кәрәкле ҡоралына әүерелә. Йә был өлкәлә эшләйбеҙ һәм уңышҡа өлгәшәбеҙ, йә күпкә артта ҡалабыҙ.

Радий Хәбиров Башҡортостанда Һанлы трансформация һәм яһалма зиһен технологияларын үҫтереү буйынса совет булдырыу, шулай уҡ абруйлы федераль эксперт Олег Лиҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләү тураһында иғлан итте.

Радий Хәбиров Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса төп бурыстарҙы билдә
Радий Хәбиров Башҡортостанда яһалма зиһенде индереү буйынса төп бурыстарҙы билдә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас