

Ғөрөф-ғәҙәттәр һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға айырыуса иғтибар бирелде – сара Башҡортостанда Милли кейем көнөндә үтте. Асыҡ Академия саралары Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Академия төрлө милләттәге, йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы берләштерҙе. Профессиональ спикерҙар менән бергә гүзәл заттар иң мөһим темаларҙы тикшерҙеләр: махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам, ижади индустрия, психология, әҙәби ҡунаҡхана.
Майҙансыҡтар район хакимиәтендә, Шаран ауылының 1-се һәм 2-се һанлы мәктәптәрендә, Шаран ауылы балалар ижады һәм спорт үҙәгендә, Шаран ауылы Йәштәр Үҙәгендә, Шаран үҙәк район дауаханаһында, үҙәк район мәҙәниәт йортонда ойошторолдо һәм үткәрелде.
Улар ҡатын-ҡыҙҙар тураһында ҡайғыртыуҙың берҙәм киңлегенә әүерелделәр, һәм һәр ҡатын-ҡыҙға тормош сифатын яҡшыртыу, ғаилә, сәләмәтлек һәм үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу араһында баланс табыу проекттың төп миссияһы булды.
«Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» проекты идея рухландырыусыһы, «Бәхет территорияһы» хәйриә фонды Попечителдәр советы рәйесе Каринэ Владимировна Хәбирова, Рәсәй Федерацияһы Дәүдәт думаһы депутаты, 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Мөҙәрис улы Зәйнуллин Асыҡ Академияның мәртәбәле ҡунаҡтары булдылар.
Шаранлылар ҡунаҡтарҙы икмәк һәм тоҙ менән ихлас күңелдән ҡаршы алдылар. Үҙәк район мәҙәниәт йорто ҡаршындағы майҙанда милли тирмәләр урынлаштырылды. Шаран ауылы Йәштәр Үҙәгенең йәштәр менән эшләүсе белгесе Алмаз Замир улы Зәйҙуллин һәм Шаран ауылының 1-се һанлы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Марина Сергеевна Әхтәриева тирмәләр буйынса экскурсия үткәрҙеләр һәм Шаран районы тарихы тураһында һөйләнеләр.
«Маҡсатыбыҙ – ҡатын-ҡыҙҙың тормош сифатын яҡшыртыу»
Шаран ауылы үҙәк район мәҙәниәт йортонда «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» Асыҡ Академияһы асылыу тантанаһы булды.
Альберт Мөсәүиров, Эльвина Харисова, Рената Тимеркәева һәм Анна Буранғолова составындағы вокаль квартет тыуған Башҡортостан тураһында матур йыр башҡарҙы, «Йондоҙ» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле ағзалары рус, башҡорт, татар, мари һәм сыуаш халыҡтары милли кейемдәрендә бейеүҙәре менән һоҡландырҙылар.
- Шаранлылар менән бергә булыуыма бик шатмын. Бөгөн беҙҙең лекторҙарҙан, белгестәрҙән торған ҙур командабыҙ һеҙ үҙегеҙҙе хәүефһеҙ итеп тойһон өсөн, һеҙгә ҡыҙыҡлы булһын өсөн, дуҫтар табыуығыҙ, илһамланыуығыҙ өсөн барыһын да эшләй. Хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙың бурыстары күп, ваҡыт бик тиҙ үтә, барыһына ла өлгөрөргә кәрәк. Беҙҙең республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙҙар өсөн файҙалы проекттар күп. Бөгөн Асыҡ Академиягә килеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт, сараны ойошторған өсөн Шаран районы хакимиәтенә рәхмәт белдерәм. Ҡатын-ҡыҙҙар ял итә, үҙҙәрен бейеклектә тоя торған бындай көндәр күп булырға тейеш!, - тип билдәләне «Бәхет территорияһы» хәйриә фонды Попечителдәр советы рәйесе, «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» проекты идея рухландырыусыһы Каринэ Владимировна Хәбирова.
Ул Шаран районы хакимиәте башлығы Марат Замир улы Әхмәҙуллинға фондтың Рәхмәт хатын тапшырҙы. Марат Замир улы Каринэ Владимировнаға Рәхмәт хаты тапшырҙы һәм белгестәр, республика клиник дауаханаһы табибтарының ҙур командаһын республикабыҙҙың күркәм мөйөшө – Шаран районында сәләмләүенә бик шат булыуын белдерҙе.
Шулай уҡ күренекле яҡташтарыбыҙ: легендар спортсы, паралимпия чемпионы, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Баталова һәм «Башкирская мясная компания» йәмғиәте генераль директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Мөҙәрис улы Зәйнуллин сығыш яһаны.
«Этно Краса Башкортостана – 2026» этник гүзәллек һәм һәләт төбәк конкурсы финалсыларының этномода күрһәтеүе сарала ҡатнашыусыларҙа йәнле ҡыҙыҡһыныу уятты. Был башҡорт ҡатын-ҡыҙының бөйөклөгө һәм милли рухы аһәңендә матур, үҙенсәлекле булды.
Шаран районы мәктәптәренән йәш шиғриәт һөйөүселәр Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең Башҡортостан тураһында танылған шиғырын башҡорт, рус, татар, мари һәс сыуаш телдәрендә һөйләнеләр.
«Әҙәби ҡунаҡхана»
Муниципаль район хакимиәтенең кесе ултырыштар залында «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» ҡыҫаларында «Ҡатын-ҡыҙ ауазы» тигән әҙәби ҡунаҡхана булды, ул Милли кейем көнөнә һәм башҡорт телендә Халыҡ-ара диктантҡа бағышланды. Шулай уҡ журналистар, урындағы шағирҙәр һәм шағирәләр, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, район милли мәҙәниәттәр ижтимағи берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашында «түңәрәк өҫтәл» үтте. Сара «Башҡортостан Республикаһы» Нәшриәт йорто йәмғиәте тарафынан ойошторолдо.
«Әҙәби ҡунаҡхананың» модераторы Башҡортостан Республикаһы Нәшриәт йорто йәмғиәте генераль директоры Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллина булды. Шаран мәктәптәре уҡыусылары күп милләтле Шаран районын күрһәттеләр, район, республика тарихында яҡты эҙ ҡалдырған ғәжәп ҡатын-ҡыҙҙар тураһында илһамланып һөйләнеләр. Был барыһына ла илебеҙ өсөн ябай булмаған ваҡытта патриотизм һәм берҙәмлек рухына тулы лирик аһәң бирҙе.
Башҡорт теле буйынса Халыҡ-ара диктант – йыл һайын үтә торған акция. Ул башҡорт телен ихлас һөйөүселәрҙе берләштерә. Акция беҙҙең республикала ғына түгел, ә Рәсәй Федерацияһының 13 төбәгендә һәм донъяның 15 илендә үтте, шул иҫәптән махсус хәрби операция зонаһында «Башҡортостан» полкы яугирҙары ла диктант яҙҙылар.
Диктанттың тексын Рәсәй Федерацияһында Халыҡтар берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланылар. «Әҙәби ҡунаҡханала» ҡатнашыусылар Халыҡ-ара диктантҡа ҡушылдылар. «Әҙәби ҡунаҡхана» ҡатнашыусылары өсөн тексты «Юлдаш» радиоһы журналисы, филология фәндәре кандидаты Әнисә Муса ҡыҙы Муллағолова уҡыны.
«Мин башҡорт телен үҙенсәлекле көйө, аһәңлелелеге өсөн яратам», - «Шаран киңлектәре» гәзитенең баш мөхәррире Миләүшә Фәнир ҡыҙы Хәмәҙиева үҙенең сығышын ошо һүҙҙәрҙән башланы. Ул башҡорт теленә мөхәббәттең кескәйҙән ғаиләлә бирелеүен билдәләне. Миләүшә Фәнир ҡыҙы үҙҙәренең ғаилә китапханаһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағирә, драматург Зәйнәб Биишеваның «Яратҡан ҡыҙым Миләүшәгә иҫтәлек өсөн» тигән шәхси ҡултамғаһы менән «Кәмһетелгәндәр» китабын кескәйҙән яратып уҡыған китап булараҡ ҡәҙерләп һаҡлауҙары тураһында һөйләне. Зәйнәб Биишеваның ҡултамғаһына инде 43 йыл! Әлеге китапты ғаиләлә тарихи ҡомартҡы булараҡ ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Миләүшә Фәнир ҡыҙы «түңәрәк өҫтәл» ҡатнашыусыларының иғтибарын Зәйнәб Биишеваның барлыҡ төрки яҙыусылары араһында «Яҡтыға» трилогияһын яҙған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булыуына йәлеп итте.
Урындағы шағирҙар, шағирәләр – биләмә-ара үҙәк китапхана ҡаршындағы «Илһам – Вдохновение» әҙәби берләшмәһе ағзалары Фирҙәт Вәлиев, Сәҙинә Вәлиева, Зинфира Зәйҙуллина, Зиләрә Рафиҡова, Дания Шәрифуллина, Вәжиҙә Әхтәриева, Йәштәр Үҙәгенең йәштәр менән эшләүсе белгесе, Шаран районы Ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Алмаз Замир улы Зәйҙуллин кесе тыуған илгә мөхәббәт, махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының туғандары һәм яҡындарының борсолоуҙары, үҙ яҙмыштары һәм илебеҙ яҙмышы тураһында уйланыуҙар, мөхәббәттә һәм матурлыҡҡа ынтылыу тураһында шиғырҙары менән сығыш яһанылар.
Сыуаш мәҙәниәте ижмитимағи ойошмаһы рәйесе Галина Валерьевна Шәүәлиеваның, Шаран районы Ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Ерекле ауылының Ибраһим Абдуллин исемендәге мәктәбе директоры Фәрхизә Бикмырҙа ҡыҙы Харисова һәм район мәғариф бүлегенең телдәр буйынса методисы Гөлсирә Фаил ҡыҙы Ғәлимованың сығыштары бик ҡыҙыҡлы, яҡты хис-тойғоло, халыҡтар берҙәмлеге һәм татыулығы рухында булды. Әлеге сығыштарҙың төп фекере – туған телгә һәм милли мәҙәниәткә мөхәббәт ғаиләнән, бишек йырҙарынан һәм әкиәттәрҙән башлана һәм туған телдәр уҡытыусылары етәкселегендә урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә дауам итә.
Заманса халыҡ шиғриәте ижади осрашыуын Өфө ҡалаһынан талантлы журналистар: «Юлдаш» радиоһы журналистары Әнисә Муллағолова, Зөһрә Арсаева (волонтер-журналистар берлеге ағзаһы), Сәриә Рамаҙанова, Динара Сафина һәм «Башҡортостан ҡыҙы» республика журналы вәкилдәре Регина Камалова, Роза Хөснуллина, Айзилә Мортаева дауам итте. Махсус хәрби операция темаһы уларҙың һәр ҡайһыһының йөрәгендә. Зөһрә Арсаева – махсус хәрби операция ҡатнашыусыһының тормош иптәше, Әнисә Муллағолова – махсус хәрби операция ҡаһарманының әсәһе, Сәриә Рамаҙанова һәм Динара Сафина – хәрби хәрәкәттәр барышында һәләк булған батырҙарҙың тормош иптәштәре, яратҡан ҡатындары. Уларҙың тәрән мәғәнәле шиғырҙары сарала ҡатнашыусыларҙың күңелдәрен ҡуҙғаттылар. Шаран шағирҙәренең шиғри юлдары менән бер аһәңдә яңғыранылар.
Модератор Зөлфиә Рәхмәтуллина тарафынан иждаи шәхестәрҙең ихлас әңгәмәләре, йәнле хис-тойғоларға тулы фекер алышыуҙар, Өфө һәм Шаран араһында ижади күпер ойошторолдо. Ике сәғәтлек йөкмәткеле һәм бай «түңәрәк өҫтәл» бик тиҙ үтеп китте.
Урындағы шағирҙар, шағирәләр башҡала журналистарының үҙ ижадтарына иғтибарына таң ҡалдылар, ижадҡа яңы стимул, этәргес алдылар. Фирҙәт Вәлиев һәм Сәҙинә Вәлиева проекттың башҡа майҙансыҡтарында ла Тыуған ил, йәшәү мәғәнәһе тураһында шиғырҙар менән сығыш яһанылар, шуның менән бергә «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһына» әҙәби илһам бирҙеләр.
Өфө ҡалаһы «Сарби» ательеһы дизайнеры һәм етәксеһе Сәймә Хәсәнова йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырырлыҡ этнокейем бренды тураһында һөйләне. Ижади һәм талантлы ханым барыһын да яҡты, әүҙем булырға, яңылыҡтан ҡурҡмаҫҡа илһамландырҙы, дәртләндерҙе.
Яуаптар территорияһы
Талантлы декоратив-ҡулланма сәнғәт оҫталары халыҡ кәсептәре күргәҙмәләрен күрһәттеләр. Руслан Разетдинов (Шаран ауылы) – ағастан декоратив эшләнмәләр, Гүзәлиә Усманова (Әбйәлил районы) – стилләштерелгән башҡорт биҙәнеү әйберҙәре, Эльза Нәфиҡова (Бөрө ҡалаһы) – макраме техникаһында эшләнмәләр, Татьяна Кәримова (Баймаҡ ҡалаһы) – сәйләндән үрелгән эшләнмәләр, Индира Нурыева (Өфө ҡалаһы) – тәбиғи таштарҙан ҡатын-ҡыҙҙар биҙәнеү әйберҙәре.
Үҙәк район мәҙәниәт йорто фойеһында күргәҙмә майҙансығы эшләне. Шаран ауылынан шәхси эшҡыуарҙар Динар Ғәлимов (ит деликатестары), Надежда Дәүләтова (икмәк һәм кондитер ризыҡтары), Раушания Фәйзуллина (кулинар ризыҡтар) үҙ продукцияларын күрһәттеләр. Архангель районынан Андрей Алексеев шифалы үлән сәйҙәренең коллекцияһын алып килгән. Шаран ауылында йәшәүсе Зөлфиә Ғабдрахманова зефирҙан гөлләмәләр күрһәтте. Рәсәй туҡымасылар гильдияһы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Кәсеп палатаһы идараһы рәйесе Гүзәл Мостафина ҡулдан туҡыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Өфө ҡалаһы «ЮМ» Үҙ-ара аңлашыу мәктәбе психологтары, Шаран районы Ғаилә хеҙмәте, Башҡортостан Республикаһы Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Шаран районы буйынса территориаль бүлеге белгестәре, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына дәүләт ярҙам фондының Башҡортостан Республикаһы Шаран районындағы филиалы социаль координаторы Гөлнара Мөсәғит ҡыҙы Ҡәриева төрлө мәсьәләләр буйынса консультациялар үткәрҙеләр.
«Яуаптар территорияһына» махсус хәрби операция ветерандары – Шаран ауылынан Федот Асмеев, Валерий Миңлеғәлиев, Октябрьский ҡалаһынан Лена Исхаҡова, махсус хәрби операция ҡатнашыусылары – Түбәнге Зәйет ауылынан Т. Роберт һәм Салмалы ауылынан С. Зинур, Шаран ауылынан Ә. Илья ла килде.
Сибәр һәм һылыу ҡыҙҙар – «Башҡортостан Этно Гүзәле – 2026» төбәк гүзәллек һәм талант конкурсы (Линара Таһированың «Һылыуҡай – Bashkirian Beauty» студияһы) финалсылары «Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһының» ысын биҙәге булдылар. Йәш ҡыҙҙарға милли кейемдәрҙе Өфө ҡалаһы «Sarbi» ательеһы (етәксеһе Сәймә Хәсәнова) бирҙе.
Сы4fyf3 - https://vk.com/wall-212453691_1939