+25 °С
Облачно
Общество
8 Мая , 06:15

Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалдарын тапшыр

Водителдәр, табиптар, ирекмәндәр һәм дин әһелдәре: Башҡортостандың яңы миҙалының беренсе кавалеры кем?

Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалдарын тапшырРадий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалдарын тапшыр
Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалдарын тапшыр

Өфөнөң Совет майҙанында республика етәксеһе Радий Хәбиров яңы дәүләт наградаһының тәүге кавалерҙарына «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалдарын тапшырҙы. Яңы дәүләт наградаһы 2026 йылдың 6 апрелендә булдырылды. 

«Миҙал махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә лайыҡлы өлөш индереүселәргә дөйөм һәм ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерә. Водителдәр, табиптар, төҙөүселәр, ирекмәндәр, дин әһелдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ышаныслы терәге.

Беҙ яугирҙәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар үҙҙәренең хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Егеттәребеҙ һәм уларҙың ғаиләләре өсөн һәр ваҡыт ышаныслы терәк буласаҡбыҙ. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәмдә эшебеҙҙең төп йүнәлешен билдәләнем – барыһы ла Еңеү өсөн!

Бөтә республика – предприятиелар, йәмәғәтселәр, йәшенә һәм һөнәренә ҡарамай барыһы ла – фронтҡа ярҙам итеүгә, азат ителгән биләмәләрҙә тыныс тормошто тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индерә. Меңләгән яҡташыбыҙ – мәктәп уҡыусыларынан алып пенсионерҙарға тиклем – посылкалар йыя, маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре эшләй һәм башҡаса ярҙам күрһәтә.

Алғы һыҙыҡта, фронт яны госпиталдәрендә яугирҙәребеҙгә ярҙам иткән табиптар һәм фельдшерҙар алдында баш эйәбеҙ. Көстәрен йәлләмәйенсә, яралы яугирҙәрҙе тәрбиәләгән шәфҡәт туташтарына һәм ирекмәндәргә айырым рәхмәт.

Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалдарын тапшыр
Радий Хәбиров тәүге тапҡыр «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалдарын тапшыр
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас