+25 °С
Облачно
Общество
6 Мая , 05:57

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы

Теркәү иртәгә, 6 майҙа, тамамлана.

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙыРадий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы

Быйыл Өфөлә һәм республика ҡалаларында «Үлемһеҙ полк» акцияһы үткәрелмәй. Хәүефһеҙлек өсөн акция тулыһынса онлайн-форматҡа һәм башҡа формаларға күсерелде, тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика халҡын онлайн-йөрөштә ҡатнашырға саҡырҙы.

Акция 9 майҙа урындағы ваҡыт буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә 2026.polkrf.ru сайтында башлана. Әммә акцияға теркәү иртәгә, 6 майҙа, тамамлана, сөнки модераторҙар тапшырылған ғаризаларҙы тикшереп өлгөрөргә тейеш.

Ғаризаны 2026.polkrf.ru сайтында, ВКонтакте; Одноклассники; МАКС ҡушымталарында бирергә мөмкин.

«Геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе һаҡлау, уны киләһе быуындарға тапшырыу – беҙҙең изге бурыс. «Үлемһеҙ полк» — Ватанды һаҡлаусылар алдында түбәнселек менән баш эйеү өсөн тағы бер мөмкинлек. Ҡушылығыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас