Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Өфөнөң «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсетендә төҙөлөш эштәре барышы хаҡында һөйләне.
«Конструкцияларҙың ныҡлығын тикшереү өсөн байтаҡ ваҡыт сарыф иттек. Проектлау тулы ҡеүәттә бара, фасад өлөшөн башланыҡ – манараларҙы, көмбәҙҙе эшләнек. Көмбәҙ аҫтындағы территорияны төҙөкләндерҙек. Быйылға төп бурыс – фасад эштәрен тамамлау, артабан кешеләр мәсеткә килә башлаһын өсөн эске яҡта ҙур булмаған зал проектын эшләйбеҙ», — тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты республика етәксеһе.