-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
5 Март , 15:02

Республика ҡатын-ҡыҙҙарына 76,4 мең һум күләмендә түләүҙәр тәғәйенләне

Социаль фонд республика ҡатын-ҡыҙҙарына 76,4 мең һум күләмендә түләүҙәр тәғәйенләне

Республика ҡатын-ҡыҙҙарына 76,4 мең һум күләмендә түләүҙәр тәғәйенләне
Республика ҡатын-ҡыҙҙарына 76,4 мең һум күләмендә түләүҙәр тәғәйенләне

Башҡортостандың Социаль фонды бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 2026 йылдың башынан герой-әсәләр өсөн яңы ярҙам саралары күрһәтелә.

— Рәсәй президенты Владимир Путиндың указы менән Башҡортостанда «Герой-әсә» исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың пенсияһына өҫтәмә һәм айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләнә, — тип билдәләнеләр ведомствола.

Айлыҡ аҡсалата түләү «Герой-әсә» исемен алған көндән алып ғаризаһыҙ тәртиптә тәғәйенләнә, ләкин 2025 йылдың 1 ғинуарынан һуң ғына. Түләүҙең күләме йыл һайын индексацияланырға тейеш. 2026 йылдың 1 февраленән айлыҡ аҡсалата түләү 5,6% арттырылды (76,4 мең һум).

Әлеге көнгә ҡарата Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе республикала йәшәгән 10 герой-әсәгә айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләгән.

Республика ҡатын-ҡыҙҙарына 76,4 мең һум күләмендә түләүҙәр тәғәйенләне
Республика ҡатын-ҡыҙҙарына 76,4 мең һум күләмендә түләүҙәр тәғәйенләне
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас