0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
3 Март , 16:07

Рәсәй авиакомпаниялары Яҡын Көнсығыштан рейстарҙы өлөшләтә тергеҙҙе

***

Рәсәй авиакомпаниялары Яҡын Көнсығыштан рейстарҙы өлөшләтә тергеҙҙе
Рәсәй авиакомпаниялары Яҡын Көнсығыштан рейстарҙы өлөшләтә тергеҙҙе

Рәсәйҙең Транспорт министрлығы хәбәр итеүенсә, кисә Шереметьево аэропорты Яҡын Көнсығыш илдәре менән авиабәйләнеште туҡтатҡандан һуң тәүге рейстарҙы: Абу-Дабиҙан – Etihad Airways, Маскаттан Oman Air авиакомпанияларын ҡабул итте.

«Әле Яҡын Көнсығыштың ҡайһы бер аэропорттары менән рейстарҙы башҡарыу ваҡыты тикшерелә. Төп өҫтөнлөк – хәүефһеҙлек», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле туристарҙың күбеһе – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә (20 меңдән ашыу кеше). Шулай уҡ илебеҙҙең 500-ҙән ашыу гражданы Оманда, Катарҙа, Бахрейнда, Иорданияла, Сәғүд Ғәрәбстанында һәм Кувейтта ҡалған.

Хәҙерге ваҡытта Израиль, Иран, Ираҡ, Бахрейн, Катар, Кувейт, Оман, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Сүриәнең һауа киңлеге ябылған.

Рәсәй авиакомпаниялары Яҡын Көнсығыштан рейстарҙы өлөшләтә тергеҙҙе
Рәсәй авиакомпаниялары Яҡын Көнсығыштан рейстарҙы өлөшләтә тергеҙҙе
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас