+28 °С
Облачно
Общество
11 Февраля , 09:23

Башҡортостанда йәшәүселәр ғаилә түләүен алырға мөмкин

2026 йылда социаль ярҙам системаһында төп яңылыҡ – ғаилә түләүҙәре башланыуы, тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостандың ғаилә һәм хеҙмәт министры Ленара Иванова. Льгота эшләп йөрөгән, ике һәм унан күберәк балаһы булған ата-әсәләргә бирелә.

Башҡортостанда йәшәүселәр ғаилә түләүен алырға мөмкинБашҡортостанда йәшәүселәр ғаилә түләүен алырға мөмкин
Башҡортостанда йәшәүселәр ғаилә түләүен алырға мөмкин

Ғаиләнең йән башына уртаса килеме төбәктә йәшәү минимумының 1,5 тапҡырлыҡ күләменән артмаған, ә мөлкәте билдәләнгән мохтажлыҡ критерийҙарына тап килгән осраҡта, ғаилә түләнгән 13% һалым аҡсаһының (НДФЛ) бер өлөшөн кире ҡайтара ала.

Быйыл республикала йән башына йәшәү минимумы 16 856 һум тәшкил итә. 1,5 тапҡырлыҡ күләм – ғаилә ағзаһына 25 824 һум. Ата-әсәләргә түләнгән 13% НДФЛ-дың 7% кире ҡайтарыла.

Шарттар түбәндәгесә. Балаларҙың йәше – 18-гә, әгәр ҙә юғары уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыһа, 23 йәшкә тиклем булырға тейеш. Ата-әсәләрҙең рәсми эшләүе (йәғни НДФЛ түләүе) мотлаҡ. Уларҙың алимент буйынса бурыстары булмауы ла иҫәпкә алына.

2025 йылға ғаилә түләүен алыу өсөн ғаризаларҙы ағымдағы йылдың июнь-октябрь айҙарында бирергә мөмкин.

Башҡортостанда йәшәүселәр ғаилә түләүен алырға мөмкин
Башҡортостанда йәшәүселәр ғаилә түләүен алырға мөмкин
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас