

Спорт министрлығы улар өсөн күнекмәләр графигын раҫларға, ә муниципалитеттар спорт объекттары исемлеген билдәләргә һәм уларҙа МХО ветерандарына бушлай күнекмәләр үткәреү мөмкинлеген тәьмин итергә тейеш.
Радий Хәбиров шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн субсидияланған шифахана ялын тергеҙергә ҡушты. Был сара быға тиклем бюджет сикләүҙәре арҡаһында туҡтатылған ине. Хәбиров был ҡарарҙы “урынһыҙ” тип атаны.
Төбәк Башлығы шулай уҡ “Талҡаҫ” шифаханаһында МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн дауалау-реабилитация үҙәге асырға ҡушты.