-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
22 Ғинуар , 12:53

Башҡортостан Башлығы Владимир Путиндан миҙал алған ғаилә менән таныштырҙы

Радий Хәбиров #ҺоҡланғысКешеләрТормошо_Башҡортостан рубрикаһын дауам итә.

Башҡортостан Башлығы Владимир Путиндан миҙал алған ғаилә менән таныштырҙы
Башҡортостан Башлығы Владимир Путиндан миҙал алған ғаилә менән таныштырҙы

«Үҙҙәре өсөн йәшәргә теләйҙәр», ә көслө, күп балалылар бар. Бәхетлеләр». Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләләрҙе шулай һүрәтләне һәм республикабыҙҙа йәшәгән ишле ғаиләләрҙең береһе — Новиковтар тарихы менән уртаҡлашты. Марина һәм Андрей биш бала тәрбиәләй. Әсә урта махсус музыка колледжында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, «Әсәлек даны» миҙалы бар. Ғаилә башлығы – геолог, үҙе эшләгән осорҙа «РН-БашНИПИнефть» компанияһында етәксе вазифаһына тиклем күтәрелгән. Рәсәй Энергетика министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Новиковтарҙың бөтә балалары ла музыкант һәм артист булып үҫеп килә. Владимир – виолончелист, Ульяна – буласаҡ балерина, Степан – фортепианола, ә Тихон скрипкала уйнай. Дүрт йәшлек Федор балалар баҡсаһына йөрөй, ул да музыка менән ҡыҙыҡһына.

«Балалар спорт, бейеү менән шөғөлләнә. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. 2025 йылдың декабрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Новиковтарҙы «Ата-әсәлек» даны ордены миҙалы менән бүләкләне», — тип яҙҙы Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Башҡортостан Башлығы Владимир Путиндан миҙал алған ғаилә менән таныштырҙы
Башҡортостан Башлығы Владимир Путиндан миҙал алған ғаилә менән таныштырҙы
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас