"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашҡан Бүздәк районы Ҡаран ауылында ҙур һәм татыу ғаиләләр күп. Улар тырыш хеҙмәте, яҡшы балалар тәрбиәләүе, ауылдың, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән республиканың, илдең үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, Фәрхетдиновтар ғаиләһе "Яңы йыл ғаилә уйындары-2026" республика фестиваленең муниципаль этабы призеры булды. Әлиә Рәдиф ҡыҙы Ҡаран урта мәктәбенең ашханаһында ашнаҡсы булып эшләй. Ғаилә башлығы Илназ Нәзиф улы иһә - "Хәбиров А.И." крәҫтиән (фермер) хужалығында. Ул элек Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан. Ғаиләлә өс бала үҫә, барыһы ла тырыш, яуаплы, мәктәптә үткән барлыҡ сараларҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар.
Фәрхетдиновтар шәхси хужалығында күп итеп һыйыр малы аҫрай, баҡса үҫтерә. Ҡарандың даны ул Фәрхетдиновтар.