-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
15 Ғинуар , 13:02

Өфөлә Рәсәйҙең иң яҡшы гимнасткаларын һайлайҙар

Өфөнөң Спорт әҙерлеге үҙәгендә художестволы гимнастика буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары башланды.

Өфөлә Рәсәйҙең иң яҡшы гимнасткаларын һайлайҙар
Өфөлә Рәсәйҙең иң яҡшы гимнасткаларын һайлайҙар

Спортсыларҙы һәм турнир ҡунаҡтарын республика хөкүмәте вице-премьеры — спорт министры Руслан Хәбибов сәләмләне. Ҡатнашыусыларҙың географияһы киң: Өфөгә Рәсәйҙең 24 төбәгенән 500-ҙән ашыу йәш спортсы килде.

Руслан Хәбибов билдәләүенсә, турнир йәш спортсыларға үҙҙәрен федераль кимәлдә күрһәтергә мөмкинлек биреүҙән тыш, беҙҙең төбәктә художестволы гимнастика үҫешенә булышлыҡ итә. Вице-премьер һүҙҙәренсә, Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә ярыштар юғары кимәлдә үтһен өсөн бөтә шарттар  булдырылған.

Башинформ Өфө гимнасткаһының Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә уҙған халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүе хаҡында ла яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-01-14/v-ufe-vyberut-luchshih-gimnastok-rossii-4537183

Өфөлә Рәсәйҙең иң яҡшы гимнасткаларын һайлайҙар
Өфөлә Рәсәйҙең иң яҡшы гимнасткаларын һайлайҙар
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас