-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
13 Ғинуар , 15:19

Башҡортостан Башлығы журналистарҙы Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы

Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотлайым! Һөнәри байрамығыҙ менән!» — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә.

Башҡортостан Башлығы журналистарҙы Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы журналистарҙы Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров төбәктә абруйлы һәм әһәмиәтле баҫмаларҙың күп булыуын әйтте. Һөнәри байрам уңайынан ул быйыл 120 йыллығын билдәләгән «Республика Башкортостан» гәзите хаҡында һөйләне. Гәзиттең беренсе һаны 1906 йылда «Уфимский рабочий» исеме аҫтында донъя күрә. 

«Бала һәм үҫмер сағымда «Советская Башкирия» исемен йөрөттө, ул саҡта уның тиражы 120 мең дана ине, — тип уртаҡлашты республика етәксеһе. — Төрлө йылдарҙа бында Степан Злобин, Әнүәр Бикчәнтәев, Мостай Кәрим, шулай уҡ Константин Симонов һәм билдәле сатириктың атаһы Николай Задорнов кеүек яҙыусылар һәм журналистар эшләне».

Радий Хәбиров «Республика Башкортостан» гәзитенең беренселәрҙән булып донъяға Өфө ғалимы Анатолий Пшеничнюктың Ырымбур өлкәһендә сармат алтыны табыуы тураһында хәбәр итеүен билдәләне.

«Ул ваҡытта интернет юҡ ине, гәзит редакциялары мәғлүмәтте тиҙерәк еткереүҙә ярышты. Бөгөн мәғлүмәтәр күп, иң мөһиме — халыҡҡа ошо сикһеҙ диңгеҙҙә йүнәлеш табырға, дөрөҫлөктө ялғандан айырырға ярҙам итеү. Был киң мәғлүмәт сараларының төп бурысы булып тора, — тине Башҡортостан Башлығы. — Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем!»

 

Башҡортостан Башлығы журналистарҙы Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы журналистарҙы Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас