-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
26 Декабрь 2025, 12:11

Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы балаларҙың яңы йыл теләктәрен бойомға ашыра

Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты
Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты

Радий Хәбиров яңы йыл шыршыһынан Рауил, Есения һәм Полинаның теләктәре яҙылған өс шар алды.

«Кремлдә Теләктәр шыршыһынан өс шар алдым. Октябрьскийҙан Рауил — аҫылмалы кресло, Өфөнән Есения — йүгереү тренажеры, Луганск Халыҡ Республикаһының Вахрушев ҡалаһынан Полина телескоп хаҡында хыяллана. Балаларҙың теләктәрен үтәрмен, — тине Радий Хәбиров. — Тормошта нимәгәлер өлгәшкән өлкәндәрҙең балаларҙың хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итеүе бик дөрөҫ тип иҫәпләйем. Мөғжизәләр булырға тейеш, Ҡыш бабай һин үҙең булһаң да. Барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!»

Бер йыл элек Радий Хәбиров биш баланың хыялын тормошҡа ашырҙы. Өфө районының Подымалов ауылынан Венера Асфаганова – ҡурсаҡ, Стәрлетамаҡтан Матвей Ғәлиуллин – машинист булып эшләп ҡарау, Октябрьскийҙан Михаил Долматов – трансформер, Салауат районының Лаҡлы ауылынан Камил Хәйретдинов – уйынсыҡ тимер юл тураһында хыялланғайны. Ә Айзилә Ишморатова үҙенә – бүләк-сюрприз, туғанына өҫтәл футболы уйыны һораны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-25/glava-bashkirii-ispolnit-novogodnie-pozhelaniya-detey-4521334

Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты
Радий Хәбиров «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас