-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
26 Декабрь 2025, 12:15

Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә сығыш яһаны

Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә милли проекттарҙы бойомға ашырыу тураһында сығыш яһаны

Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә сығыш яһаны
Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә сығыш яһаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мәскәүҙә эшләүен дауам итеүе, әле төбәк үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашыуы хаҡында яҙып сыҡты. Ул уның етәксеһе вице-премьер Марат Хөснуллинға республиканың милли һәм федераль проекттарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте. 

«Бындай кәңәшмәләр даими үткәрелә. Ошо мөһим ҡорал төбәктәрҙе үҫтереү буйынса стратегик һәм ағымдағы мәсьәләләрҙе оператив хәл итергә мөмкинлек бирә. Коммуналь инфраструктураны төҙөкләндереү, яңыртыу, юлдар ремонтлау һәм һалыу, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөү — былар барыһы ла Президенты һәм хөкүмәте ярҙамынан тыш мөмкин булмаҫ ине. Ошондай етди ярҙам менән республиканың иҡтисады һәм социаль өлкәһе ландшафтын үҙгәртәбеҙ. Шуның өсөн бик рәхмәтлебеҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Республикала 12 милли проекттың 42 федераль программаһын тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары тураһында бығаса хәбәр иткәйнек: 50 миллиард һумға финансланған, декабрь уртаһына 90% ашыуы үтәлгән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-25/glava-bashkirii-dolozhil-o-realizatsii-natsproektov-v-moskve-4520910

Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә сығыш яһаны
Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә сығыш яһаны
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас