-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общество
23 Декабрь 2025, 11:53

Республика юлдарында хәрәкәт сикләнде

***

Республика юлдарында хәрәкәт сикләнде
Республика юлдарында хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда буран сығыуға һәм ҡар яуыуға бәйле юлдарҙа хәрәкәтте сикләү оҙайтылды, тип хәбәр итә юл хужалығы идаралығы.

Иртәнге сәғәт 8-ҙән Өфө – Бөрө – Яңауыл (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай райондары); Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел, Дыуан райондары); Дүртөйлө – Нефтекама (Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы райондары) автомобиль юлдарында йөк һәм пассажир транспорты хәрәкәтен сикләү оҙайтылды.

Шлай уҡ иртәнге 9-сы 15 минутта Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка һәм Благовещен – Павловка юлында көндөҙгө 2-гә тиклем транспорт хәрәкәте сикләнде. Ваҡыты һауа торошона ҡарап үҙгәрергә мөмкин, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Хәрәкәт асылыуы тураһында хәбәр итәләр.

Республика юлдарында хәрәкәт сикләнде
Республика юлдарында хәрәкәт сикләнде
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас