+28 °С
Болотло
Общество
22 Декабрь 2025, 05:39

Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы булдырыла

***

Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы булдырылаРәсәйҙә балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы булдырыла
Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы булдырыла

2026 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам сараһы ғәмәлгә индерелә. «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» программаһында ил президенты ошо турала белдерҙе. 

Һүҙ ике һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә ғаилә һалым түләүе тураһында бара. Шул уҡ ваҡытта башҡа ярҙам сараларына хоҡуҡ һаҡлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда балаһы булған бөтә ғаиләләр дәүләт яғынан матди ярҙамға иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың ҡайһы бер категориялары (ишле, аҙ тәьмин ителгән, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләре) өҫтәмә финанс өҫтөнлөктәргә эйә.

Тулыраҡ Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы менән берлектәге махсус проектында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-19/v-rossii-poyavitsya-novaya-mera-podderzhki-semey-s-detmi-4514802

Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы булдырыла
Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы булдырыла
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас