+28 °С
Болотло
Общество
16 Декабрь 2025, 11:10

Ҡышҡы каникулдарҙың даталары билдәле булды

Быйыл уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулдары – 12 көн.  

Ҡышҡы каникулдарҙың даталары билдәле булдыҠышҡы каникулдарҙың даталары билдәле булды
Ҡышҡы каникулдарҙың даталары билдәле булды

Һуңғы ваҡытта киң мәғлүмәт сараларында һәм интернетта уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулдары тураһында төрлө мәғлүмәт баҫылып сыҡты. Башҡортостандың Мәғариф министрлығында, ниһайәт, был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерҙеләр.

«1-11-се класс уҡыусылары өсөн ҡышҡы каникулдар 2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем дауам итә. Балалар ял итеп һәм яңы көс туплап, дүшәмбе, 12 ғинуарҙа, йәнә парта артына ултыра», — тине Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.

Ул шулай уҡ ата-әсәләргә был осорҙа балаларҙың хәүефһеҙлегенә етди иғтибар бүлеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте. Ә уҡыусыларға был көндәрҙе файҙалы итеп үткәрергә: саф һауала күберәк йөрөргә, ҡыҙыҡлы китаптар уҡырға, ғаилә менән ваҡыт үткәрергә һәм мәҙәни сараларға йөрөргә кәңәш бирҙе.

Ҡышҡы каникулдарҙың даталары билдәле булды
Ҡышҡы каникулдарҙың даталары билдәле булды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас