+28 °С
Болотло
Общество
5 Декабрь 2025, 09:12

Ay Yola төркөмө Алһыу менән бергә билдәле халыҡ йырын башҡарҙы

Ay Yola этнотөркөмө солистары Алһыу менән бергә башҡарған «Ай, былбылым» йырын тәҡдим итте. Киң билдәле һәм легендар халыҡ йыры хәҙер заманса яңғырай. Премьера төркөмдөң беренсе гастроль туры тамамланыуға һәм 5 декабрҙә Өфөләге концертына бағышланды. Композицияны барлыҡ музыкаль майҙансыҡтарҙа тыңларға мөмкин.

Ay Yola төркөмө Алһыу менән бергә билдәле халыҡ йырын башҡарҙыAy Yola төркөмө Алһыу менән бергә билдәле халыҡ йырын башҡарҙы
Ay Yola төркөмө Алһыу менән бергә билдәле халыҡ йырын башҡарҙы

Музыканттар әйтеүенсә, был йыр ҙа «Урал батыр» эпосы менән бәйле. Йырсы һандуғасҡа үҙенең серҙәрен һөйләй. Ә эргәлә Ағиҙел йылғаһы аға. Эпоста был йылға ғына түгел, ә Урал батыр улының тере образы.

«Ай, былбылым» – быуаттар һәм сиктәр аша һалынған күпер, унда мөхәббәт тәбиғәт телендә һөйләшә. Уның тамырҙары менән башҡорт эпосына барып тоташҡан моңло көйө әллә нисәмә быуат буйына халыҡтың күңелендә йәшәй, был йырҙы Башҡортостанда ла, Татарстанда ла яратып башҡаралар», – тип билдәләне төркөм солистары.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-12-05/bashkirskaya-etnogruppa-ay-yola-prezentovala-novuyu-sovmestnuyu-pesnyu-s-alsu-4494929

Ay Yola төркөмө Алһыу менән бергә билдәле халыҡ йырын башҡарҙы
Ay Yola төркөмө Алһыу менән бергә билдәле халыҡ йырын башҡарҙы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас