

Рәсәйҙә ике яңы байрам барлыҡҡа килде. Был турала Президент Владимир Путиндың указдары баҫылды.
Хәҙер илдә Рәсәй Федерацияһының Аҙ һанлы аҫаба халыҡтары көнө һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнәсәк. Ике указ да бөгөндән көсөнә инә. Рәсәй Федерацияһының Аҙ һанлы аҫаба халыҡтары көнө — 30 апрелдә, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө 8 сентябрҙә билдәләнәсәк. Документтан күренеүенсә, президент беренсе датаны илдең аҙ һанлы төп халыҡтарының «традицион йәшәү рәүешен, хужалыҡ эшмәкәрлеген, кәсептәрен һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтен» һаҡлап ҡалыу өсөн раҫлай.