+28 °С
Болотло
Общество
7 Октябрь 2025, 09:56

10 октябрь - Ҡурай көнө

10 октябрҙә Башҡортостанда тәүге тапҡыр рәсми рәүештә Ҡурай көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбленең байрам концерты буласаҡ.

10 октябрь - Ҡурай көнө10 октябрь - Ҡурай көнө
10 октябрь - Ҡурай көнө

Ансамбль 2024 йылда төҙөлгәйне. Уның хужожество етәксеһе - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов.
Музыкаль етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Морат Джанизаков. Ансамблдә 30 артист - музыканттар, йырсылар, бейеүселәр эшләй.

Ҡурай көнөнә арналған концерт башҡорт милли мәҙәниәте тарихында өр-яңы бит буласаҡ, башҡорт милли музыка ҡоралының яңы мөмкинлектәре күрһәтеләсәк. Ансамбль бер юлы 5-6 тауышҡа уйнай. Боронғо көйҙәр ҙә, элекке хәрби марштар ҙа, заманса музыка ла буласаҡ.

Тарихи ваҡиғанан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар! Концерт 19.00 сәғәттә башлана. 

Пушкин картаһы буйынса ла билет алырға мөмкин.

6+

10 октябрь - Ҡурай көнө
10 октябрь - Ҡурай көнө
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас