+28 °С
Болотло
Общество
1 Октябрь 2025, 09:59

Өфөнән тарих уҡытыусыһы – «Шәп тема!» телешоуы финалсыһы

Юлиә Садиҡова «Шәп тема!» телевизион проектының 4-се миҙгелендә ете финалсы иҫәбенә инде.

Өфөнән тарих уҡытыусыһы – «Шәп тема!» телешоуы финалсыһыӨфөнән тарих уҡытыусыһы – «Шәп тема!» телешоуы финалсыһы
Өфөнән тарих уҡытыусыһы – «Шәп тема!» телешоуы финалсыһы

Ете финалсы биология, рус теле һәм әҙәбиәте, физика, математика, химия, география, тарих фәндәрен уҡытҡан 35 педагог араһынан тауыш биреү юлы менән һайлап алынды.

Юлиә Садиҡова финалға сыҡһын өсөн 50 меңдән ашыу яҡташыбыҙ, шул иҫәптән уның коллегалары тауыш биргән, тип хәбәр итте Башҡортостандың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.

Ул Башҡортостан вәкиленә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте һәм уҡытыусыға финалда уңыштар теләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ярымфиналда Юлиә Садиҡова жюриҙы сағыу видеовизитка менән таныштырҙы, унда популяр заманса йыр аша Шүлгәнташ мәмерйәһенең бай тарихы һәм үҙенсәлекле тәбиғәте, «Урал батыр» эпосы хаҡында һөйләне.

Өфөнән тарих уҡытыусыһы – «Шәп тема!» телешоуы финалсыһы
Өфөнән тарих уҡытыусыһы – «Шәп тема!» телешоуы финалсыһы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас