

Күптән түгел улар ҙур күләмдә ҡайнатма әҙерләгәйнеләр, ә был юлы боҙорлолар егеттәребеҙ өсөн ҡайын миндектәре бәйләне. Һәр миндек– мунса атрибуты ғына түгел,ә өй йылыһы, өй ҡото. Был миндектәр ҙә хәрбиҙәргә тыуған йорттарының бер өлөшө булып барып етер һәм, тиҙҙән киләсәк еңеүгә ышанып, уларҙы түҙемһеҙлек менән өҙөлөп көткән туғандарын һәм яҡындарын иҫкә төшөрөр.
Тыуған ерҙең хуш еҫтәре, әйҙә, яугирзарыбыҙға көс һәм ышаныс өҫтәһен!
Рәсемдә: Волонтерҙарҙан бер төркөм.