

Ҡунаҡтар Октябрьскийҙың 5-се һәм 30-сы балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү эшмәкәрлеге менән танышты.
Методик кәңәшмәлә Нефтекама, Йәрмәкәй, Туймазы райондары вәкилдәре, шул иҫәптән райондарҙың ҡоролтай башҡарма комитеттары рәйестәре, мәғариф бүлектәре начальниктары, туған телдәр буйынса методистар, балалар баҡсалары мөдирҙәре, мәктәп директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Йыйылыусыларҙы хакимиәт башлығы урынбаҫары Октябрь Латипов сәләмләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссия рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаның сығышы бик эстәлекле булды.
Ҡатнашыусылар Башҡортостан Башлығының йөкләмәһенә ҡарата башҡорт телен өйрәнеүҙең һәм балалар баҡсаларында милли мөхит булдырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Шулай уҡ ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында башҡорт телен өйрәнеү тәжрибәһе, дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауҙа йәмәғәт ойошмаларының роле хаҡында фекер алышыу ойошторолдо.