+28 °С
Болотло
Общество
24 Сентябрь 2025, 03:42

Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар хәрәкәте Еңеүҙе яҡынайта

Луганск өлкәһендә “Беренсе тирмә” төбәк ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар проектының 20-се сменаһы эшен тамамланы

Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар хәрәкәте Еңеүҙе яҡынайтаБашҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар хәрәкәте Еңеүҙе яҡынайта
Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар хәрәкәте Еңеүҙе яҡынайта

Яралы яугирларҙы ҡараған волонтерҙар араһында Шаран районы ҡатын-ҡыҙҙары ла бар ине.
Улар нәрсә менән шөғөлләнә? Был иң ысын фронт госпитале: улар яралыларҙы ашата, ярҙам итә, процедураларға йөрөтә һәм бүлексәлә дежур тора. Уларҙың ярҙамы бәйәләп бетергеһеҙ. Волонтерҙар үҙ ҡулдары менән игелек ҡылалар һәм киләсәгебеҙҙе яҡлаусыларға хәстәрлек бүләк итә.
Смена ике атна дауам итә, әммә күп ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар, өйҙәренә ҡайтҡас, йәнә сумкаларын йыйа һәм кире китә. Сөнки белә - уларҙы унда бик көтәләр.
Шарандан волонтерҙар хәрәкәте ҡатнашыусылары менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Уларҙың көсө, мәрхәмәтлелеге һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергияһы – тыл батырлығының ысын өлгөһө.
Битараф булмаған ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар араһында – Түбәнге Ташлы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Гөлнара Ғарифуллина, Шаран ауылы район мәҙәниәт йорто директоры Лилиә Баянова һәм Шаран ауылы район мәҙәниәт йорто методисы Татьяна Әхмәтғәлина. Йөрәк саҡырыуы буйынса, улар Луганск ҡалаһында хәрби эвакуация госпиталендә волонтерлыҡ ярҙамы күрһәтә. Уларҙы үҙ ярҙамдары кәрәк булған ерҙә файҙалы булыу теләге берләштерә.
Бына нәрсәләр һөйләне Лилиә Баянова Луганск ҡалаһынан ҡайтҡас:
- Махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам йыйғанда мин һәр ваҡыт яугирҙарыбыҙға ярҙамға үҙемдән өлөш индерергә теләнем. Һәм бына август ахырында хәрби госпиталдә волонтер булырға тигән изге теләгем ысынға ашты. Әҙерләнеүҙең төрлө этаптарын үтеп, беҙ, ниһайәт, микроавтобустарға ултырҙыҡ һәм Луганск Халыҡ Республикаһына юл алдыҡ. Беҙҙең менән бергә Ҡырмысҡалы, Шишмә һәм Ауырғаҙы райондарынан ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар барды. Беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө йәштәге төрлө һөнәр вәкилдәре, һәр ҡайһыбыҙҙың – үҙ тарихы, туғандарын юғалтыуҙары. Беҙ үҙебеҙ менән гуманитар ярҙам алдыҡ. Күп кәрәкле әйберләрҙе Ҡырмысҡалы районы волонтерҙары бирде. Юл, фатирҙа йәшәү түләүһеҙ булды. Беҙ Луганск ҡалаһында хәрби эвакуация госпиталендә ярҙам күрһәттек. Медперсонал беҙгә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булды, беҙҙе төрлө ҡаттар буйынса билдәләнеләр. Пациентты процедураға алып барыу, ҡайһыберҙәрен йыуындырыу, кәрәк булғанда палатаға ашарға алып килеү, ашатыу беҙҙең бурыстарыбыҙға инде. Махсус лифтта пациенттарҙы операцияға алып барҙыҡ, саф һауаға алып сыҡтыҡ (ул көндәрҙә 35 градус эҫе булды). Яралыларҙы тар белгестәргә ҡабул итеүгә йөрөттөк (шуныһы яҡшы, поликлиника яҡында ғына). Һәр ваҡыт позитив кәйеф булдырырға тырыштыҡ.
Эш көнөбеҙ иртәнге һигеҙҙән киске алты–етеләргә ҡәҙәр булды. Ҡыҙҙар менән алдан һөйләшеп ҡуйҙыҡ – ялһыҙ эшләйәсәкбеҙ. Ҡайсаҡ яралыларҙың үтенесе буйынса кибеткә аҙыҡ-төлөк алырға сыҡтыҡ.
Хәрби табиптар, урта һәм кесе персонал – юғары класслы профессионалдар, улар яралыларға ҡарата игелекле мөнәсәбәттә. Беҙ уларға ярҙам итергә тырыштыҡ, бер минут та эшһеҙ торманыҡ. Эвакуация госпитале мөдире Башҡортостан Республикаһының махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына һиҙелерлек ярҙам күрһәтеүҙәрен билдәләне, “Беренсе тирмә” проекты – ярҙам төрҙәренең береһе. Әлбиттә, госпиталгә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән гуманитар ярҙам гел килеп тора, беҙҙең кеүек волонтерлар ҙа бар. Мәсәлән, Мәскәүҙән йәп-йәш ҡыҙҙар килде.
Ике атна бер көн кеүек кенә үтеп китте. Был ваҡыт эсендә беҙ күпте күрҙек, ярҙамыбыҙға мохтаж булыусыларға булыштыҡ. Уларҙың күбеһенә яҡынайҙыҡ. Яугирҙар беҙҙең ихлас хәстәрлек һәм иғтибарыбыҙҙы тойҙо, беҙ уларға әсәләрсә йылы һүҙҙәр менән ярҙам итергә тырыштыҡ.
Медицина хеҙмәткәрҙәре һәм яралылар менән айырылышҡанда беҙ бөтәбеҙҙә ҡосаҡлаштыҡ һәм илаштыҡ. Ике атнанан һуң микроавтобус республикабыҙҙан “Беренсе тирмә” проектының сираттағы сменаһын алып килде, ә беҙ шул автобуста өйгә ҡайтып киттек. Луганскиға сәфәрҙән һуң донъяны күҙаллауыбыҙ тамырҙан үҙгәрҙе. Мин ихлас ватанға тоғролоҡ хисе менән ярҙамға барҙым, ышанам, башҡаларға ярҙам итеү – һәр кемдең бурысы. Бик ғорурландым – беҙҙең егеттәребеҙ шул тиклем ныҡлы, батыр!

Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар хәрәкәте Еңеүҙе яҡынайта
Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар хәрәкәте Еңеүҙе яҡынайта
Автор:Айгуль Ахметьянова
Читайте нас