

Радий Фәрит улы республика дөйөм белем биреү учреждениелары автопаркын яңыртыу буйынса эштең өҙлөкһеҙ алып барылыуын билдәләне. Заманса автобустар уҡыусылар өсөн юлда хәүефһеҙ һәм уңайлы йөрөүҙе тәьмин итә. Радий Фәрит улы шулай уҡ мәктәп автобустары шоферҙарына мөһим һәм бик кәрәкле хеҙмәттәре, балаларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Автобустар федераль һәм республика бюджеттары иҫәбенә һатып алынды. Шаран районына ла - 1 һәм 2 һанлы Шаран, М. Фәрхетдинов исемендәге Мичурин мәктәптәренә өс яңы автобус ҡайтты.
1 һанлы Шаран мәктәбе директоры Сергей Петров һәм 2 һанлы Шаран мәктәбе директоры Лүзиә Зыязетдинова БР башлығы ҡулынан “УАЗ-Патриот” маркалы автобустарҙың асҡыстарын алды, ә М. Фәрхетдинов исемендәге Мичурин мәктәбе (директоры Елена Фәрхетдинова) уҡыусыларын “Газель” автобусы йөрөтәсәк.
Яңы автобустарға беренсе булып шоферҙар шатланды һәм руль артына ултырып ҡараны. 1 һанлы Шаран мәктәбе автобус шоферы Рауил Низамов мәктәп филиалы Йәнәхмәт мәктәбенә яҡын-тирә торлаҡ пунктарҙан балаларҙы йөрөтә. Яңы “УАЗ-Патриот” Рауил Шәрип улына бик оҡшаны. Ул уның маневрлы, идара итеүҙә уңайлы һәм асфальт ҡапламы булмаған юлдар өсөн тәғәйенләнгән булыуын билдәләне.
Сергей Петров беренсе мәктәп автопаркында биш автобус булыуын белдерҙе. Улар Шаран буйынса һәр көндө 360 уҡыусыны йөрөтә, Наратаҫты һәм Дмитриева Поляна ауылдарынан балаларҙы уҡырға алып киләләр. Хәҙер яңы “УАЗ-Патриот” Нөрәй ауыл биләмәһе уҡыусыларын мәктәпкә уңайлы йөрөтәсәк.
Яңы “УАЗ-Патриот” автобусы 2 һанлы Шаран мәктәбенә лә килде. “Мәктәптә алты автобус бар, улар 305 уҡыусыны йөрөтә. “УАЗ-Патриот” Мишәр, Супай, Биҡҡол, Урсай һәм Уял ауылдарынан ҡырҡтан артыҡ баланы уҡырға йөрөтәсәк”, - тип һөйләне Лүзиә Зыязетдинова.
М. Фәрхетдинов исемендәге Мичурин мәктәбендә ике автобус бар ине, уларҙа 78 бала йөрөй.
“Уҡыусылар уңайлы шарттарҙа уҡыу урынына бара, шулай уҡ экскурсияларға, спорт ярыштарына, олимпиадалар һәм мәҙәни сараларға ла йөрөй. Мәктәпкә юлдар хәүефһеҙ һәм еңел, ә белемдәр ныҡлы булһын”, - тип билдәләнеләр мәктәп директорҙары.