+28 °С
Болотло
Общество
19 Сентябрь 2025, 05:09

Салауатта рөхсәт ителгән концентрация кимәленең артыуы теркәлмәгән

Предприятиеға БПЛА һөжүм иткәндән һуң тикшереү үткәрелгән.

Салауатта рөхсәт ителгән концентрация кимәленең артыуы теркәлмәгәнСалауатта рөхсәт ителгән концентрация кимәленең артыуы теркәлмәгән
Салауатта рөхсәт ителгән концентрация кимәленең артыуы теркәлмәгән

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының химия-радиометрия лабораторияһы Салауат ҡалаһында атмосфера һауаһының сифатын тикшергән. «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһына БПЛА һөжүменән һуң ошондай тикшереү талап ителде.

Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, рөхсәт ителгән концентрация кимәленең артыуы теркәлмәгән.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров самолет тибындағы ике беспилотниктың предприятиеға һөжүме тураһында хәбәр иткәйне. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Пассив һәм әүҙем һаҡлау саралары эшләне, предприятие һаҡсылары уларға ҡаршы ут асты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-18/prevysheniy-pdk-v-salavate-ne-zafiksirovano-goskomitet-bashkirii-po-chs-4393307

Салауатта рөхсәт ителгән концентрация кимәленең артыуы теркәлмәгән
Салауатта рөхсәт ителгән концентрация кимәленең артыуы теркәлмәгән
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас