+28 °С
Болотло
Общество
4 Сентябрь 2025, 08:02

Башҡортостанда Салауат Юлаевтың Хәтер көнөн билдәләйҙәр

Балтик диңгеҙенең һалҡын ярҙарында батырҙың ялҡынлы йөрәге тибеүҙән туҡтауға 225 йыл ваҡыт үтеп китте.  

Башҡортостанда Салауат Юлаевтың Хәтер көнөн билдәләйҙәрБашҡортостанда Салауат Юлаевтың Хәтер көнөн билдәләйҙәр
Башҡортостанда Салауат Юлаевтың Хәтер көнөн билдәләйҙәр

26 сентябрҙә Башҡортостанда Салауат Юлаевтың Хәтер көнө билдәләнә. Был хаҡта «Янғантау» геопаркының телеграм-каналы хәбәр итә.

Милли геройыбыҙҙың тыуған төйәге Салауат районының Тәкәй ауылында кенотаф (символик ҡәбер ташы) ҡуйылған. Данлы батырҙың вариҫтары Салауат атаһы Юлай менән ғүмеренең һуңғы йылдарын үткәргән Балтика еренең тупрағы һалынған капсула алып ҡайтты.

Геройҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү һәм уның бөйөк улдарына тыуған илендә изге урын биреү өсөн кенотафҡа тупраҡ һалырға, шул рәүешле геройҙарҙы символик рәүештә тыуған иленә ҡайтарырға ҡарар ителде. Йөрәктәрендә Салауат исеме ата-бабаларының ҡаһарманлығына тәрән ихтирам һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан һәр кемде 26 сентябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә тантаналы сарала ҡатнашырға саҡыралар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-03/v-bashkirii-otmetyat-den-pamyati-salavata-yulaeva-4372088

Башҡортостанда Салауат Юлаевтың Хәтер көнөн билдәләйҙәр
Башҡортостанда Салауат Юлаевтың Хәтер көнөн билдәләйҙәр
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас