«Ябайыраҡ әйткәндә, эшебеҙҙе бер аҙ үҙгәртәбеҙ. Быға тиклем «Һаулыҡ һаҡлау сәғәттәре»н үткәрһәк, хәҙер иһә Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса советтар була. Регламентта йылына кәмендә дүрт тапҡыр уҙғарырға тип яҙҙыҡ. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерербеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе Совет булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.