Беренсе рейс пассажирҙарын теркәү байрамса үтте. Авиакомпания кескәй сәйәхәтселәргә төҫлө ҡәләмдәр, буяуҙар һәм уйын-башватҡыстар бүләк итте. Тәүге булып теркәлгән пассажирҙарға — Светлана менән улы Динарға аэропорттан сувенирҙар тапшырылды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөнән Паттайя курортына рейстар айына ике тапҡыр 336 пассажир өсөн иҫәпләнгән Boeing 767-300 самолетында башҡарыла.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-15/iz-ufy-v-pattayyu-vyletel-pervyy-reys-4009271