Сара туғандаш халыҡтарҙың мәҙәниәтен үҫтереү, байытыу, Рәсәйҙең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең башҡа төбәктәрендә йәшәүсе үҙешмәкәр башҡарыусылар менән ижади бәйләнештәр булдырыу, халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында ойошторолдо.
Быйыл фестиваль ун етенсе тапҡыр үтте. Унда Иглин, Илеш, Краснокама, Шаран райондарынан, Өфө ҡалаһынан 16-35 йәштәрҙәге башҡорт һәм татар йырҙарын үҙенсәлекле башҡарыусылар ҡатнашты. Башҡортостандың Нефтекама, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары, шулай уҡ Киров, Свердловск өлкәләре вәкилдәре ҡатнашты.
https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_85353