Республиканың ҡала округтары араһында иң күп сабый Өфөлә тыуған – 10 226. Тыуым буйынса икенсе урында – Стәрлетамаҡ, былтыр унда 2322 сабый донъяға килгән. Өсөнсөлә – Нефтекама. Бында бер йылда 1429 бала тыуған.
Республиканың муниципаль райондарына килгәндә, былтыр Өфө районы тыуым буйынса лидер булды – 1184 бала. Ошо осорҙа Туймазыла – 1037, Белоретта – 938, Иглиндә – 731, Мәләүездә – 673, Ишембайҙа – 655, Баймаҡта 648 сабый донъяға килгән.
Башинформ хәбәр иткәнсә, уҙған йылда республикала 35 388 бала тыуған. 1000 кешегә иҫәпләгәндә тыуым күрһәткесе 8,7 тәшкил иткән.