«Финанс министрлығы менән һөйләшеп килештек, аҡса бар. Шуға күрә йәй көнө төҙөлөш эштәре башланырға тейеш», – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы Турахан кәшәнәһе эргәһендә, музей урынында интернет булмауына айырым туҡталды. Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин әйтеүенсә, яҡындағы ауылда кәрәҙле элемтә вышкаһы ҡуйылған. Быйыл уны файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.