-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
29 Октябрь , 15:11

Өфөнән Ҡазанға рейстар арттырылды

Баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 28 октябрҙә Nordwind Airlines «Икар» авиакомпанияһы менән берлектә Өфө — Ҡазан маршруты буйынса беренсе рейсын башҡарҙы. 

Өфөнән Ҡазанға рейстар арттырылды
Өфөнән Ҡазанға рейстар арттырылды

рейс башҡара, дүшәмбе һәм йома көндәрендә. Самолет Өфөнән урындағы ваҡыт буйынса төнгө 12-се 15 минутта оса һәм төнгө 11-се 20 минутҡа Ҡазанға барып етә. Юлға 1 сәғәт 5 минут ваҡыт китә.

Хәҙер Өфө пассажирҙарына, Татарстандың баш ҡалаһында икенсе самолетҡа күсеп ултырып, Мурманск, Иркутск, Кемерово һәм Томск ҡалаларына осорға мөмкин.

Бынан тыш, Utair авиакомпанияһы «Өфө» аэропортынан көн һайын урындағы ваҡыт менән көндөҙгө 2 тула 5 минутта Ҡазанға рейстар башҡара.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Өфөнән өҫтәмә халыҡ-ара авиарейстар асыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-10-29/aviareysov-iz-ufy-v-kazan-stalo-bolshe-3988084

Өфөнән Ҡазанға рейстар арттырылды
Өфөнән Ҡазанға рейстар арттырылды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: