Өфөнөң 450 йыллығына һәм Свердловск өлкәһенең 90 йыллығына арналған фестиваль Свердловск өлкәһенең, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлыҡтары булышлығында үткәрелә. Ойоштороусыһы – «Свердловск өлкәһе Башҡорт үҙәге» ойошмаһы.
Байрамда Нефтекама дәүләт филармонияһының профессиональ коллективтары, Башҡортостандың, Свердловск, Силәбе, Төмән өлкәләренең һәм Пермь крайының ижади халыҡ коллективтары ҡатнаша.
Сараның үҙенсәлеге уның яңылығына ҡайтып ҡала. Екатеринбург тамашасылары алдында тәүге тапҡыр Әбйәлил районының «Хазина» ҡыл-ҡумыҙсылар ансамбле сығыш яһай.
Көндөҙгө сәғәт 1-ҙә Урал халыҡ сәнғәте үҙәгенең төп фойеһында Урта Урал халыҡтарының милли ихатаһы күргәҙмәһе асыла. Ижади коллективтар кейем-һалымын, биҙәүестәрен күрһәтә һәм «Өфөнө данлап» программаһы менән сығыш яһай.
Байрамда ҡатнашыусылар өсөн биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Свердловск өлкәһенең Милләт-ара китапханаһы «2024 йылдың юбиляр китаптары» тип аталған яңы китаптар, шулай уҡ Урал рәссамдарының картиналары менән таныштыра. Фестиваль ҡунаҡтарын башҡорт халҡының мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары менән таныштырыу өсөн Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге башҡорт тирмәһен ҡора.
6+