+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
17 Октябрь , 16:47

Башҡортостан Башлығы республикабыҙ өсөн спорт форумының әһәмиәте хаҡында һөйләне

Өфөлә XII «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумы бара. Ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы «Россия 24» телеканалына интервью бирҙе һәм республикабыҙ өсөн әлеге сараның әһәмиәте хаҡында һөйләне.

Башҡортостан Башлығы республикабыҙ өсөн спорт форумының әһәмиәте хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы республикабыҙ өсөн спорт форумының әһәмиәте хаҡында һөйләне

«Рәсәй – спорт державаһы» форумы — йылдың төп спорт ваҡиғаһы. Был сараның аспекттары күп. Фекерҙәштәр осрашҡан ҙур спорт байрамы, шул уҡ ваҡытта тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге булған форум. Белеүегеҙсә, форум барышында ил Президенты һәр ваҡыт Физик культура һәм спорт буйынса совет ултырышын уҙғара, унда спортты һәм физик культураны үҫтереүҙең яңы ҡарарҙары әҙерләнә.

Тағы ла ҡабатлайым, был — Рәсәй Федерацияһында төп спорт байрамы. Ғәҙәттә, бик күп спортсылар килә. Кисә йондоҙло десантты ҡаршы алдыҡ: беҙгә төрлө йылдарҙа уҙған Олимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары килде. Был иһә үҙенән-үҙе күтәренке кәйеф тыуҙыра», – тип билдәләне республика Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-10-17/glava-bashkirii-rasskazal-o-znachimosti-sportivnogo-foruma-dlya-respubliki-3970683

Башҡортостан Башлығы республикабыҙ өсөн спорт форумының әһәмиәте хаҡында һөйләне
Башҡортостан Башлығы республикабыҙ өсөн спорт форумының әһәмиәте хаҡында һөйләне
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: