Сара Өфөнөң 450 йыллығы йылында XII «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы барышында ойошторолдо.
Рәсәйҙең бөйөк спортсыларының еңеүҙәре менән илһамланған бик күп малайҙар һәм ҡыҙҙар мотлаҡ Фехтование үҙәгенә килер, һәм илебеҙҙең спорт күгендә яңы йондоҙҙар ҡабыныр, тип билдәләне вице-премьер.
Дмитрий Чернышенко илебеҙҙең донъяға бик күп таланттар бүләк итеүен иҫкә төшөрҙө һәм ил, төбәк етәкселегенең спортты үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләне.
Әлеге көндә Башҡортостанда 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы эшләй, уларҙың иҫәбе арта ғына бара. Ике миллиондан ашыу кеше спорт менән даими шөғөлләнә.
«Ошо байрам көнөндә барыһы ла йәнә бер тапҡыр сәләмәт йәшәү рәүеше хаҡында уйланһын һәм республика, ил етәкселегенә Президент Владимир Путиндың йөкләмәһен үтәргә ярҙам итһен: илдә йәшәүселәрҙең 70% спорт менән даими шөғөлләнергә тейеш», — тине Дмитрий Чернышенко.
Яңы Фехтование үҙәгендә 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуналы универсаль зал, махсус һәм тренажер залдары, тренерҙар һәм судьялар өсөн бүлмәләр бар.