-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
18 Июль , 15:35

Туймазыла йәшәүсе кеше мутлашыусыларға 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Ул билдәһеҙ кешеләр менән ярты йыл аралаша.

Туймазыла йәшәүсе кеше мутлашыусыларға 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
Туймазыла йәшәүсе кеше мутлашыусыларға 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән

Тәүлек эсендә республиканың полиция бүлектәренә мутлашыу тураһында 16 ғариза килгән, алдашыу осраҡтарының береһе Туймазыла булған.

РФ эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлегенә 48 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ярты йыл эсендә ул мутлашыусыларға миллион һумдан ашыу аҡса күсерә: 200 мең һум үҙе йыйған аҡсаһын, 800 мең һумдан ашыу аҡсаны зыян күреүсе кредитҡа ала. Мутлашыусылар иргә инвестиция ярҙамында аҡса эшләргә тәҡдим итә. Аҡса алғас, улар бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Шул саҡта ир полицияға мөрәжәғәт итергә була.

Уҙған тәүлектә мутлашыусылар Башҡортостан халҡын 8 миллион һумға алдаған.

 

Туймазыла йәшәүсе кеше мутлашыусыларға 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
Туймазыла йәшәүсе кеше мутлашыусыларға 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: