-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
11 Июль , 17:28

Өфөлә Зәйнулла Ихсановҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды

Мемориаль таҡтаташ Өфө ҡалаһының Революция урамында Зәйнулла Ихсанов оҙаҡ йылдар йәшәгән 39-сы йортҡа ҡуйылды.

Сараның төп өлөшөнә тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының конференциялар залында күренекле ғалимдың иҫтәлегенә арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

«Медицина фәндәре докторы, профессор, ғалим-физиолог Зәйнулла Ихсановтың исемен мәңгеләштереүҙең мөһимлеге хаҡында һүҙ өс йыл элек Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында медицина белгестәре Сәлиә Мырҙабаева һәм Марсель Тойғонов тарафынан күтәрелгәйне. Артабан Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов менән һөйләшеүҙәр башланды, — тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. — Республикабыҙҙа арҙаҡлы шәхестәр бик күп, һәм беҙ — шәхестәребеҙҙе хөрмәт итә белә торған халыҡ. Һуңғы биш йылда билдәле милләттәштәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән илленән ашыу сара тормошҡа ашырылды: һәйкәлдәр, таҡтаташтар асылды, мәғариф учреждениеларына исем ҡушылды һәм башҡалар. Ошо илле сараның араһында егермеһе республикабыҙҙан ситтә — Ростов, Һамар, Пермь өлкәләрендә бойомға ашырылды. Иң һуңғыһы — Ауырғазы районында Рәшит Назаровтың исеме бирелгән Талбазы мәктәбендә шәхескә бюст асылды.

Ғөмүмән, был эш беҙҙең ҡоролтайҙа яйға һалынған. Зәйнулла Әмин улына килгәндә, уның исемен мәңгеләштереү буйынса бергәләп эш алып барырға, әүҙем булырға кәрәк».

Зәйнулла Ихсанов — беҙҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн бик күпте эшләгән шәхес, тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының аҡһаҡалдар ҡоро ағзаһы, медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры Вил Тимербулатов. Республикала физиология кафедраһын ойоштороусы. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙе теләп фронтҡа китә. Яуҙан майор дәрәжәһендә әйләнеп ҡайта. Унан тағы Башҡортостан дәүләт медицина университетында (ул саҡта институт ине) эшен дауам итә. 1965-1970 йылдарҙа ректор була.

«Ошо саҡта оло таланты айырыуса асыҡ күренде. Юғары уҡыу йортонда педиатрия, санитария-гигиена факультеттарын, әҙерләү бүлеген асыу — тап уның хеҙмәте. Зәйнулла Әмин улы — йәштәргә киң юл асыусы. Ул етәкселек иткән осорҙа беҙҙең институтта 40 кеше — докторлыҡ, 130-ҙан ашыуы кандидатлыҡ диссертацияларын яҡланы. Бындай хәлдең уҡыу йорто тарихында булғаны юҡ, — тине Вил Тимербулатов. — Уның проекты буйынса институтта уҡыу бинаһы, студенттар өсөн 1-се ятаҡ, ашхана төҙөлдө. Зәйнулла Әмин улы етәксе саҡта студент инем, шуға ла ул минең өсөн һәр саҡ ректор булып ҡала. Ғалим, табип ҡына түгел, яҙыусы ла, рәссам да ине — ғәжәп киң даирәле шәхес».

Белешмә

Зәйнулла Ихсанов 1906 йылдың 26 ноябрендә Өфө губернаһы Силәбе өйәҙе Мәтәл ауылында (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1928 йылда 2-се Мәскәү медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. Уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң 1932 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институтының (БДМИ) нормаль физиология кафедраһы ассистенты булып эшләй. 1941 йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияға китә. Хәрби табип була.

1946 йылдың башында Зәйнулла Ихсанов демобилизациялана һәм Мәскәүҙә РСФСР Һаулыҡ Һаҡлау Министрлығының Педиатрия институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай, һуңынан шунда уҡ физиология лабораторияһын етәкләй. 1949 йылда уға өлкән ғилми хеҙмәткәр тигән  ғилми дәрәжә бирелә. 1958 йылда Зәйнулла Әмин улы диссертацияһын уңышлы яҡлай һәм медицина фәндәре докторы булып китә.

1963 йылда Зәйнулла Ихсанов Башҡортостанға ҡайта, унда БДМИ-ның уҡыу эштәре буйынса проректоры була. 1965 йылда ошо институттың ректоры итеп тәғәйенләнә.

Институт шул йылдарҙа беренсе категориялы юғары уҡыу йорто статусын һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау хоҡуғын ала. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә БДМИ-ла 30-ҙан ашыу докторлыҡ һәм 150-гә яҡын кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана. Республиканың алыҫ райондары өсөн медицина кадрҙары әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә башлай, белгестәрҙең ауыл еренә сығыуы традицияға инә, ғилми эштәргә практик табиптар йәлеп ителә башлай.

Зәйнулла Әмин улы оҙаҡ йылдар үҙәк нервы системаһы физиологияһын өйрәнеү менән шөғөлләнә, 50-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Уға «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелгән. Октябрь Революцияһы, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, «Почет билдәһе» ордендары (ике тапҡыр), күп миҙалдар менән бүләкләнгән.

1973 йылда Зәйнулла Ихсанов хаҡлы ялға сыға, әммә институт һәм коллегалары менән тығыҙ бәйләнештә була. Пьесалар яҙа, һоҡланғыс пейзаждар һәм портреттар төшөрә. Уның «Кәкүк саҡыра» пьесаһы буйынса спектакль күп йылдар Башҡорт драма театры сәхнәһендә уңышлы барҙы.  

Зәйнулла Ихсанов 1997 йылдың 25 декабрендә вафат булған һәм Өфөлә ерләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-07-11/v-ufe-sostoyalos-torzhestvennoe-otkrytie-pamyatnoy-doski-zaynulle-ihsanovu-3844778

Өфөлә Зәйнулла Ихсановҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Өфөлә Зәйнулла Ихсановҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: