+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
11 Июнь , 11:00

2025 йылдың 1 февраленән эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы индексациялана

Рәсәй Хөкүмәте киләһе йылдың 1 февраленән эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһын арттырыу өсөн саралар күрергә тейеш. Премьер-министр Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

2025 йылдың 1 февраленән эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы индексациялана
2025 йылдың 1 февраленән эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы индексациялана

«Киләһе йылдың 1 февраленән эшләгән граждандарҙың пенсияһы арта башлай. Хәҙер ундайҙар — 7 миллион 800 меңдән ашыу, улар бай эш тәжрибәһенә эйә», — тип билдәләне Мишустин.

«Улар эшен дауам итһен, белеме менән уртаҡлаша алһын өсөн шарттар булдырыу мөһим», — тип өҫтәне премьер. 
Мишустин вице-премьер Татьяна Голикованан пенсияны индексациялау мәсьәләһен үҙ контроленә алыуын һораны. «Тиҙ арала федераль ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләргә кәрәк. Бөтә тейешле ҡарарҙар яҙғы сессияла уҡ ҡабул ителеренә иҫәп тотабыҙ», — тип өҫтәне хөкүмәт башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-06-10/indeksatsiya-pensiy-rabotayuschim-pensioneram-vozobnovitsya-s-1-fevralya-2025-goda-3805571

2025 йылдың 1 февраленән эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы индексациялана
2025 йылдың 1 февраленән эшләп йөрөгән пенсионерҙарҙың пенсияһы индексациялана
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: