+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общество
24 Апрель , 10:04

Һаҡмар йылғаһында аяныслы фажиғә

2022 йылғы малай Һаҡмар йылғаһында һәләк булған тип хәбәр иттеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Һаҡмар йылғаһында аяныслы фажиғә
Һаҡмар йылғаһында аяныслы фажиғә

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Йәнтеш ауылында йылға буйында йөрөгән бер йәшлек сабыйының юғалыуы тураһында хәбәр иткән ҡатындан шылтыратыу килгән.

Эҙләү эштәре ойошторола. Бер аҙҙан бала йылғала 1 километр түбәндәрәк үле килеш табыла.

Оператив-тикшереү саралары үткәрелә. Ваҡиға шарттары асыҡлана.

Сабыйҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Балалар өлкәндәр ҡарауы аҫтында булырға тейеш. Был ҡағиҙә бөтә йәштәге балаларға ҡағыла. Биш йәшкә тиклем балаларҙы янда ғына тотоғоҙ, олораҡ баланы, хатта, йөҙә белһә лә, күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Балаларҙы мотлаҡ һыу инеү ҡағиҙәләре менән таныштырығыҙ. Бөтә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү һәр кемдең ҡулынан килә. Иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк. 

 

фото - Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Һаҡмар йылғаһында аяныслы фажиғә
Һаҡмар йылғаһында аяныслы фажиғә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: